Сибәғәт Рахмангулов
Сибәғәт Рахмангулов Гәзит хәбәрселәрендә «Журналист һөнәр алыштыра» тигән ысул бар. Йәғни, проблеманы нығыраҡ асыу, уны бар нескәлектәре менән уҡыусыға еткереү өсөн, журналист теге йәки был һөнәр буйынса эшкә урынлаша. «Йәшлек»тең үҙ хәбәрсеһе булған саҡта миңә лә, йә монтажсы, йә ташсы, йә тағы әллә кем булып эшләргә тура килгәйне. Ә был фотоны яңыраҡ «Йәшлек» гәзитенең фотохәбәрсеһе Юлай Кәримов ебәрҙе. Уның менән Өфө дауаханаларының береһендә операция яһаған хирургтар тураһында репортаж яҙырға барғайныҡ. 2000 йыл ине шикелле. Юлай Кәримов фотоһы