М-5 "Урал" трассаһында фажиғә: Шишмә районында аварияла дүрт бала зыян күргән
М-5 "Урал" трассаһында фажиғә: Шишмә районында аварияла дүрт бала зыян күргән Әлеге ваҡытта ҡотҡарыусылар федераль трассаһының 1432 саҡрымында етди авария урынында эшләй. Mazda автомобиле водителе идара итә алмай юл ситенә төшкән, шунан машина түңкәрелгән. Салонда 6 кеше була, уларҙың дүртәүһе — балалар. 13, 11, 7 йәшлек балалар һәм яңы тыуған сабый йәрәхәтләнгән. Бөтә зыян күреүселәр ашығыс рәүештә дауаханаға оҙатылған. 32 йәшлек автомобиль водителе урында уҡ һәләк булған. Фажиғәнең сәбәптәре асыҡлана.