❗️ Башҡортостанда талантлы ижадсыларҙы, үҙенсәлекле идеяларҙы һәм көнүҙәк проекттарҙы б...
❗️ Башҡортостанда талантлы ижадсыларҙы, үҙенсәлекле идеяларҙы һәм көнүҙәк проекттарҙы билдәләйәсәктәр Креатив идеяларҙы тормошҡа ашырылған проекттарға әйләндергән кешеләрҙе билдәләйәсәк «Создатели» премияһына 619 ғариза килгән. Премия Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән ойошторолғайны. Еңеүселәрҙе 3 ноябрҙә Өфөләге «Торатау» конгресс-холында бүләкләйәсәктәр. Сара 2–4 ноябрҙә Өфөлә үтәсәк «Рәсәйҙең креатив аҙнаһы — Евразия» форумы сиктәрендә ойошторола.