... Ошондай һөйләшеүҙәр инде аҙнаға яҡын көн дә булып тора. Ялҡты был күренештәрҙән Зәм...
... Ошондай һөйләшеүҙәр инде аҙнаға яҡын көн дә булып тора. Ялҡты был күренештәрҙән Зәмирә. Һуңғы арала ҡатынына тупаҫ һүҙҙәр әйтеүҙән дә тартынмай башланы Зариф. Ярай әле балаларын әсәһенә илтеп ҡуйғайны, аталарының был тиклем бәйһеҙләнгәнен күрмәйҙәр. Башын баҫып ултырған Зәмирә һуңғы уйынан ҡалҡынып, ҡарашын тәҙрәгә йүнәлтте. Хәйер, ниңә үҙенә лә әсәһенә ҡайтып китмәҫкә? Яҙмыштың бер һуғыуына ла ҡаршы тора алмаған мәүкә ирҙән киләсәктә ни көтөргә? Икенсе яҡтан, бергә тапҡан, бергә төҙөгән донъя малдары әҙме ни уларҙың? Туптай бер түгел, ике малайҙары үҫеп килә. Нисек барыһын ташлап, бер һелтәүҙә емерә һуғып сығып китмәк кәрәк? Бер саҡ аҡылына килер Зариф, элеккесә ең һыҙғанып донъя көтөргә тотонор. Үҙе әйтмешләй, гелән кирегә булып тормаҫ әле... сайтта: https://ye102.ru/articles/litra/2026-09-29/kire-aytyp-y-r-m-hik-y-f-iz-harrasov-4821127