Перейти к содержимому
Максиметер

«Балалар менән бер тулҡындабыҙ»

«Балалар менән бер тулҡындабыҙ» Каналыбыҙҙа ойошторолған «Тәүге уҡытыусым» конкурсында Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылынан Зөлфиә Ишморатова III урын яулағайны. Бөгөн ул редакциянан бүләген килеп алды. Уның класс етәксеһе Мария Ефимова менән төшкән фотоһы 162 тауыш йыйып, алғы урынға сыҡты. Зөлфиә апай үҙе ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған. Ул - 34 йыллыҡ эш тәжрибәһе булған математика һәм физика уҡытыусыһы. — Пенсияға сыҡһам да, эшләүемде дауам итәм. Уҡытыусылар етешмәй, шуға күрә эшләргә кәрәк. Балалар менән эшләү оҡшай, улар менән бер тулҡындабыҙ, — ти ул. Зөлфиә апай гәзиттәрҙе лә яратып уҡый, конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Китапханабыҙҙа эшләгән Гөлсинә Айса ҡыҙы Иҫәнғужина ярҙамында гәзиттәргә яҙылып торабыҙ. «Йәшлек»кә яҙылабыҙ, үҙебеҙҙең район гәзитен дә алдырабыҙ. Ошондай конкурстарҙа йә үҙем, йә класым менән ҡатнашырға тырышам. Коллективыбыҙға ҙур рәхмәт! Хеҙмәттәштәрем һәр саҡ ярҙам итә, тауыш биреүҙә лә әүҙем ҡатнаша. Бер-беребеҙгә терәк булып йәшәйбеҙ, — тип уртаҡлашты ул. Зөлфиә Ишморатованы ҡотлайбыҙ! Конкурста ҡатнашҡан, тауыш биргән һәр кемгә рәхмәт!

1 009 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

5 794 подписчиков · Новости

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.