Астанаға юллама отоусыбыҙ рәхәтләнеп ял итеп ҡайтты!
Астанаға юллама отоусыбыҙ рәхәтләнеп ял итеп ҡайтты! «Йәшлек» гәзите «Вэлком — Башҡортостандан турҙар» менән берлектә Астана ҡалаһына биш көнлөк бушлай сәйәхәткә юллама уйнатҡайны. Конкурста Ишембай ҡалаһынан Айгөл Мирасова еңеүсе булды. Октябрь аҙағында Айгөл Ҡаҙағстандың Астана ҡалаһында биш көн ял итеп ҡайтты. Сәйәхәткә ул ире менән бергә юлланды. Юллама вәғәҙә ителгәнсә тапшырылды, ә сәфәр, еңеүсе һүҙҙәренсә, көтөлгәндән дә матурыраҡ үткән. Сәйәхәт шул тиклем оҡшаны. Бөтә нәмә лә ентекләп уйланылған: уңайлы автобус, тәмле ризыҡтар, күңел асыуҙар, бай экскурсия программаһы. График тығыҙ ине, әммә арығанды ла һиҙмәнек — шул тиклем мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы булды. Биш көн эсендә эштән тулыһынса ял итеп, көс туплап ҡайттым, — ти Айгөл. Уны Астананың заманса архитектураһы, ҡаланың киңлеге һәм үҙенсәлекле мөхите айырыуса һоҡландырған. Еңеүсе «Йәшлек» гәзитенә һәм «Вэлком — Башҡортостандан турҙар» командаһына ошондай мөмкинлек, яҡшы ойошторолған ял һәм онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар өсөн ҙур рәхмәт әйтә. Яңы конкурстарҙы күҙәтеп барығыҙ, дуҫтар, бәлки, киләсәктә бәхет һеҙгә йылмайыр!