Өфөлә «ЭХО БДФ» балалар фестивале программаһына ярашлы мәҙәниәт менеджеры һөнәренең нес... — 30 мая 2026 г. в 13:28:46.992
Өфөлә «ЭХО БДФ» балалар фестивале программаһына ярашлы мәҙәниәт менеджеры һөнәренең нескәлектәренә төшөндөрҙөләр. “Башҡортостан” концерт залында ошондай сара үтте. Унда театр, музей, филармония, китапхана белгестәре һәм етәкселәре ҡатнашты. Улар өс көн дауамында байтаҡ белем тупланы. Ҡатнашыусылар яңы белем алып ҡына ҡалманы, коллегалары менән тәжрибә уртаҡлашты, төрлө һорауҙарға яуап тапты. Бында шулай уҡ эштең психологик аспекттарына ла иғтибар бүленде. Лекция тыңлаусылар мәҙәни өлкәлә идара итеү нескәлектәрен дә өйрәнде. Беҙҙе МАХ, ВКһәм ОК- ла уҡып була

