Әҙерләнегеҙ! Башҡортостанда тәбиғи мәхшәр сығыуы көтөлә! — 4 июня 2026 г. в 10:17:45.388
Әҙерләнегеҙ! Башҡортостанда тәбиғи мәхшәр сығыуы көтөлә! Республикаға ҡатмарлы һауа шарттары ябырыласаҡ. Температураның түбәнәйеүе һәм көслө ел сығыуы көтөлә. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә. Бөгөн, 4 июндә, төбәктә бик көслө ямғырҙар, көньяҡ-көнсығышта елдең тиҙлеге секундына 18 метрға тиклем етеүе, шулай уҡ урыны менән йәшен йәнсеүе көтөлә. Республиканың көнсығышында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана. Һауа температураһы төндә +7, +12, көндөҙ +16, +21 градус буласаҡ. Беҙҙе МАХ, ВКһәм ОК- ла уҡып була

