📍Һынһыҙ. Хикәйә — 2 сентября 2026 г. в 15:39:57.204
📍Һынһыҙ. Хикәйә - Айбулат, ебәр әле зинһар, ауырта бит... – ҡатын ялбарҙы. Йүгереп килеп сыҡҡан Ғәлиә әсәһенең аяғына йәбеште, Марат атаһын тарта башланы. Айбулат улына тибеп ебәрҙе. Малайҙың бөгөлөп төшөүөн күреп, үҙе ҡаушаны. Һынһыҙ, ни эшләп яҡындарыңды рәнйетәһең? Ни эшләп ҡатыныңды йәберләйһең? Балаларың йөҙөнән йәштәре кибеп тә өлгөрмәй бит, һынһыҙ... Айбулат мәрхәмә өләсәһен төшөндә күреп, шыбыр тиргә батып килеп уянды. Карауатынан аяҡтарын һәлендереп ултырҙы. Арҡаһы дымлы булыуынанмы, әллә төшөндә күргәндәрҙе күҙ алдына килтереүҙәнме ҡалтыранып ҡуйҙы. Маңлай тирен, иҫерек булыу арҡаһында сисмәй йоҡлаған, свитерының еңе менән һөртөп алды. Тирә-яғына күҙ һалды: тауыш-тын юҡ, бүлмә буш. https://kungak.ru/news/literature/2026-09-02/yn-y-hik-y-4800500

