Сентябрь айына һынамыштар — 2 сентября 2026 г. в 10:23:24.301
Сентябрь айына һынамыштар * Беренсе сентябрҙә йылы булһа, бөтөн көҙ йылы булыр, әгәр шул көндә ел булһа, киләһе йәй ашлыҡ насар булыр. * Сентябрь - уңыш айы, туҡлыҡ айы. * Сентябрҙә ҡар күренһә, ҡырҡ көн аяҙ булыр. * Сентябрь аяҙ булһа, ҡыш һалҡын булыр. * Торналар өҫтән осһа, матур, йылы көҙ оҙаҡ торор. * 18 сентябрҙә ҡыр ҡаҙҙары китһә, октябрь башында ҡар ятыр. * Әгәр көҙөн ҡайын япраҡтары ағастың осонан һарғая башлаһа, яҙ иртә, аҫтан һарғайһа - һуң килер. * 28 сентябрҙә балыңды ҡара, умартаңды баҙға төшөр. * Ай башында күк күкрәһә, көҙ оҙаҡ килер.

