Сарсау
Сарсау Көҙ көҙ инде - көҙсә.Ҡәҙимгесә - Япраҡ шауы,ҡыштың аңғырты. Көндөҙҙәрен ҡояш йылмайһа ла, Иртә - кисен таман һыуытыу. Көҙ көҙ инде.Баҙыҡлығын юя Сәскәһенән яҙған ҡыр - ялан. Буҙ сағына әкрен ҡайта булыр Йәйғор төҫөн ташлап, донъялар. Көҙ көҙ инде.Ҡоштар ҡанат кирә - Өсмөйөшлө хатын яҙмаға. Йәшен ҡайтты.Болот тамырлана Күктең йәше булып таммаға. Тәбиғәттә бары ҡәҙимгесә - Үҙ мәйеле,рәте барсаның. Һеркелдәтмәй, шомға һалмай торған, Их,мәлдәргә ҡалай сарсаным... Айһылыу Ғарифуллина.