📍Ололар көнө менән!
📍Ололар көнө менән! Бөгөн беҙ һеҙҙе, ғүмерҙәре буйы беҙгә терәк булған, аҡылы менән юл күрһәткән ололарҙы ҡотлайбыҙ. Һеҙҙең һүҙегеҙ — беҙҙең өсөн аҡыл, һеҙҙең йылмайыуығыҙ — беҙҙең йөрәк йылыһы. Оло быуындың хәтерен һаҡлау, уларҙы ихтирам итеү — беҙҙең изге бурысыбыҙ. Һаулыҡ, оҙон ғүмер, именлек һәм күңел тыныслығы һеҙгә! Яҡындарығыҙҙың ҡәҙерен белеп, һәр көндө ҡыуаныс менән үткәрегеҙ.
662 просмотров