– Ҡәҙерлем, пальтомдың төймәләре өҙөлөп төшә башланы. Кейеп сығырға оялам.
– Ҡәҙерлем, пальтомдың төймәләре өҙөлөп төшә башланы. Кейеп сығырға оялам. – Ярай, иртәгә һатып алырмын. – Пальтомы? – Юҡ, төймә. *** – Күршебеҙ бөтә эшен шул тиклем һәйбәт, сифатлы итеп эшләп ҡуя, ә һин тик тәп-ләп! – ҡатын ирен игәй. – Ялҡау бит ул, киренән эшләмәҫ өсөн тырыша! – ти ире. *** – Тәүге дүрт ирегеҙ бәшмәк менән ағыуланған, бишенсеһе баҫҡыстан йығылған. Быны нисек аңлатаһығыҙ? – Бишенсеһе бәшмәк яратманы.
427 просмотров