Перейти к содержимому
Максиметер

📍Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн РФ Оборона м...

📍Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән республика халҡына бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәрҙең ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтты. Республика етәксеһе ҡул ҡуйған тейешле указ ярҙам сараһын 2026 йылдың 30 ноябренә тиклем оҙайта. Документ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы ҡарамағында бар.   Башҡортостанда хәрби хеҙмәткәрҙәргә социаль ярҙам саралары быйыл 30 сентябрҙә оҙайтылды, тип хәбәр иткәйне «Башинформ». Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2026 йылдың 1 ғинуарынан республикала контрактҡа ҡул ҡуйған хәрби хеҙмәткәрҙәргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме 1 миллион һум тәшкил итә.

303 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

936 подписчиков · Новости

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.