📍15 йыл — бергә! 🔥
📍15 йыл — бергә! 🔥 Бөгөн «Яугир» ойошмаһының 15 йыллығы уңайы менән әле балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә пневматик пистолеттан атыу буйынса ярыш бара. Маҡсатҡа теүәл эләгеү — был ғына түгел, ә үҙ-үҙеңде контролдә тотоу, тыныслыҡ һәм концентрация. Бөгөн быларҙың барыһын да йәш спортсылар күрһәтте. «Яугир» ойошмаһына артабан да шундай уҡ көс, дәрт һәм яңы быуынды тәрбиәләүҙә уңыштар теләйбеҙ! Еңеүселәр - һеҙ иң яҡшылар! 🏆