Оператив кәңәшмәнән төп ҡарарҙар хаҡында ҡыҫҡаса
Оператив кәңәшмәнән төп ҡарарҙар хаҡында ҡыҫҡаса 🔹 Башҡортостандың мәктәп туҡланыуы илдә иң яҡшыһы тип танылды – Белорет ҡалаһының 8-се мәктәбе федераль конкурста беренсе урын алды. Радий Хәбиров, был алты йыллыҡ системалы һәм ныҡышмалы эш һөҙөмтәһе, тип билдәләне. 🔹 Республика Башлығының 11 ноябрҙә 19:00 сәғәттә үтәсәк Тура бәйләнешендә уҙған йылда яңғыраған проблемалы һорауҙарҙың нисек хәл ителеүенә айырым иғтибар бүленә. Радий Хәбиров 2025 йылғы күрһәтмәләре буйынса мәғлүмәт әҙерләргә ҡушты. 🔹 Төбәк етәксеһенең ҡаты тәнҡитенән һуң Р-240 Өфө – Ырымбур трассаһында яҡтыртыу мәсьәләһе яйға һалынды. Республика Башлығы 15 декабргә ҡалған эштәрҙе тамамларға, шулай уҡ юлдың артабанғы торошон ҡәтғи контролдә тоторға ҡушты. 🔹 Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркындағы мәсеткә һәм сиркәүгә көмбәҙҙәр ҡуйыу тантанаһы үтәсәк. Иман йорттары хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә төҙөлә. 🔹 Республикала зубрҙар һанын 2030 йылға 50-гә еткерергә планлаштыралар. Әле Мораҙым тарлауығында 33 зубр иҫәпләнә. Башҡортостан – беловежск линияһы зубрҙарын ирекле шарттарҙа үрсеткән Рәсәйҙәге берҙән-бер төбәк. 🔹 Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры вазифаһын Тимур Герасимов башҡарасаҡ. Быға тиклем министрлыҡты етәкләгән Александр Шельдяев рәсми рәүештә республиканың премьер-министры итеп тәғәйенләнде. 🔹 Башҡортостанда төбәк әһәмиәтендәге һәм урындағы юлдарҙы ҡышҡы осорға әҙерләү өсөн 1,2 мең берәмек техника йәлеп ителә. Радий Хәбиров республиканың Транспорт министрлығына ҡышҡы осорҙа өҙлөкһөҙ һәм хәүефһеҙ транспорт хәрәкәтен тәьмин итергә ҡушты. 🔹 Нефтекаманың «Искож» предприятиеһы автомобиль сәнәғәте өсөн материалдар етештереү күләмен һәм продукция төрҙәрен арттыра. Перспективалы йүнәлештәр иҫәбендә – машиналар эшләүсе Рәсәй һәм сит ил заводтарына материалдарҙы күпләп оҙатыу.