Перейти к содержимому
Максиметер

📍«Туған телеңдә һөйләш» — яңы проект старт алды!

📍«Туған телеңдә һөйләш» — яңы проект старт алды! Бөгөн, Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә, «Йәшлек» йәштәр үҙәгендә «Мәҙәни мөхит» проекты сиктәрендә «Туған телеңдә һөйләш» тигән махсус проект үҙ эшен башланы. Проекттың тәүге сараһы бик йөкмәткеле булды: беҙ сыуаш халҡының бай мәҙәниәтенә экскурсия яһаныҡ. Сыуаш теленең моңло яңғырашын, милли кейемдәрҙең матурлығын, ғөрөф-ғәҙәттәренең тәрәнлеген һәм халҡыбыҙҙың берҙәмлеген яҡындан тойҙоҡ. Был проекттың төп маҡсаты — туған телдәргә ҡарата ихтирам тәрбиәләү, төрлө милләт вәкилдәренең мәҙәниәте менән танышыу һәм дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығытыу. Бергәләшеп өйрәнеү, аралашыу һәм бер-беребеҙҙең ҡиммәттәрен хөрмәт итеү — беҙҙең уртаҡ байлығыбыҙ! Киләһе осрашыуҙарҙа тағы ла ҡыҙыҡлы мәҙәниәттәр менән танышырбыҙ. Ҡушылығыҙ, бергәләп туған телдә һөйләшәйек! 🌍🤝 #Йәшлек #МәҙәниМөхит #ТуғанТелеңдәҺөйләш #ХалыҡтарБерҙәмлеге #СыуашМәҙәниәте #ТуғанТел #Берҙәмлек

243 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

1 013 подписчиков · Новости

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.