Перейти к содержимому
Максиметер

Әбейҙәр сыуағы тамамланып, көҙҙөң хакимлыҡ иткән мәлендә Восточный ауылында районда бер...

Әбейҙәр сыуағы тамамланып, көҙҙөң хакимлыҡ иткән мәлендә Восточный ауылында районда беренсе тапҡыр “Мендәр байрамы” үтте. Уңған ҡатын-ҡыҙ былтырғы миҙгелдәге “Ҡаҙ өмәһе” нән ҡалған мамыҡты ағын һыуҙа йыуып, йәй оҙоно эҫе ҡояш аҫтында киптерҙе. Ниһайәт, таҙартылған ҡаҙ мамығынан мендәр эшләр мәл етте. Мәҙәниәт усағы залын был көндө йөҙәрләгән төрлө ҙурлыҡтағы сигелгән, төҫлө ептәр менән матур һүрәт төшөрөлгән, селән, ваҡ таштар менән биҙәлгән мендәрҙәр күргәҙмәһе биҙәне. Уларҙың берәүҙәре кемдәргәлер инселәп тултырылған, тантаналы ваҡиға уңыйынан бүләк ителгән, ҡайһылары көнкүрештә үҙ ролен үтәй. Сараны әҙерләүгә Восточный ауыл клубы етәксеһе Мәстүрә Ҡунаҡбаева ҙур тырышлыҡ һалған. Был көндө һәр кем хәтирәләрен, иҫтәлектәрен яңыртты, уның файҙалы яҡтарын барланы һәм мендәр тултырҙы. Улар гуманитар ярҙам махсус хәрби операция яугирҙәренә оҙатыласаҡ Был турала тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында уҡырһығыҙ

293 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

1 011 подписчиков · Новости

Ещё по теме «Новости»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.