Перейти к содержимому
Максиметер

❤Динис Бүләков исемендәге Смаҡ урта мәктәбе уҡытыуcылаpы беpҙәм булып "Көнгәк" кә яҙылды📰

❤Динис Бүләков исемендәге Смаҡ урта мәктәбе уҡытыуcылаpы беpҙәм булып "Көнгәк" кә яҙылды📰 ✨Педагогик коллектив ысын команда булыуы ниндәй шәп! Бөгөн беҙ быға тағы ла бер тапҡыр инандыҡ. "Көнгәк" гәзитенә яҙылыу темаһы бөтә уҡытыусыларҙы берләштерҙе🤗👍 ✨Һәр кем ваҡиғаларҙан хәбәрҙар булыу һәм ысынлап ҡыҙыҡлы материалдар уҡыу өсөн яҙылды. Беҙҙең бер информацион ағымда барғаныбыҙҙы күреү күңелле. Һәр педагогҡа әүҙемлек өсөн рәхмәт🌺 ✨"Айырым билдәләп үтергә теләйбеҙ: беҙ үҙебеҙҙең район баҫмаһын — «Көнгәк» гәзитен — бик ҡәҙерләйбеҙ. Ул район тормошо тураһында ҡыҙыҡлы һәм файҙалы материалдар менән һәр ваҡыт ҡыуандыра. ✨Беҙ «Көнгәк» менән күптән дуҫлашабыҙ: уҡытыусылар уны үҙҙәре уҡый, уҡыусыларға һәм ата-әсәләргә тәҡдим итә, ә ҡайһы бер педагогтарыбыҙ хатта мәҡәләләрҙең геройҙары ла булды. ✨Был баҫма мәктәпкә ысынлап та яҡын — ул беҙҙең тирәлә булған ваҡиғалар тураһында яҙа һәм район яңылыҡтарынан хәбәрҙар булырға ярҙам итә. ✨Хәҙер уҡытыусылар бүлмәһендә тағы бер яҡшы традиция барлыҡҡа киләсәк — яңы мәҡәләләр тураһында сәй эргәһендә фекер алышыу", - тип яҙа беҙҙең ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ. Ысын күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ һеҙгә, Смаҡ мәктәбе уҡытыусылары! #Коллектив #Атайcал #Көнгәк #Тpадиция

257 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

1 010 подписчиков · Новости

Ещё по теме «Новости»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.