Канал2025 - МАОУ "Гимназия №3 имени Джалиля Киекбаева", г. Стерлитамак.
Образование · 15 июня 2026 г.
Бөгөн беҙҙең “Йәйләү”гә Халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты, Земс... — 15 июня 2026 г. в 16:37:48.466
Бөгөн беҙҙең “Йәйләү”гә Халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты, Земство мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡурайсы Ейәнсура егете Ҡәҙербаев Рушан Басир улы ҡунаҡҡа килде. Ул оҙаҡ йылдар дауамында башҡорт рухиәтенә, башҡорт моңона тоғро хеҙмәт итә. Рушан менән ошо хаҡта әңгәмә тәҡдим итәбеҙ. - Рушан, нисә йәштә ҡурайҙа уйнай башланығыҙ? Һеҙҙең беренсе уҡытыусығыҙ кем булды? Ул һеҙҙе нимәгә өйрәтте? - Мин Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға ингәс кенә ҡурайҙа уйнай башланым. Беренсе уҡытыусым, остазым Башҡортостандың халыҡ артисы Ғайсаров Артур Борхан улы менән ҡурай серҙәрен асыуға беренсе аҙымдарымды эшләнем, ә инде Ғүмәров Рөстәм Талха улы мине профессиональ кимәлгә күтәрҙе. Уларға бының өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен. Ҡурай – һыҙҙыртып, көй сығарыу ғына түгел, йәнен, күңелен аңларға ла кәрәк. Үрҙә телгә алған остаздарым шуға ярҙам иттеләр ҙә инде. Әрме сафтарында ла ҡурайҙы ташламаным. Төрлө хәрби концерттарҙа, байрамдарҙа сығыш яһаным. Әлеге ваҡытта Өфө сәнғәт университетында магистратурала уҡып йөрөйөм. - Беренсе тапҡыр сәхнәгә сыҡҡанда үҙегеҙҙе нисек хис иттегеҙ? - Беренсе тапҡыр сәхнәгә сығыу – беренсе тапҡыр рингҡа сыҡҡан кеүектер ул. Ҡурҡыу ҙа, тулҡынланыу ҙа булғандыр, ләкин шул көндән алып сәхнә кешеһе икәнемде аңланым. Сәхнә эше спорт кеүек ул. Тәбиғәттән бирелгән һәләт кенә етмәй, тырышлыҡ, маҡсатҡа ынтылышлыҡ та кәрәк. - Буласаҡ ҡурайсыларға теләктәргеҙ? - Ҡурай ул – йәнде йыуатыусы, дауалаусы, тәрбиәләүсе ҡорал. Ул ҙур көскә эйә. Ҡурайҙың серҙәренә өйрәнергә, уны төшөнөргә, уны аңларға, уның менән дуҫ булырға кәрәк. Йәш ҡурайсыларға теләк: йөрәк менән уйнағыҙ, ололарҙан килгән моңдо һаҡлағыҙ һәм яңы заман менән берләштереп, моңло тауыш булып яңғырағыҙ! Моң һәм нур өләшеп, үҙенең юлдашы итеп ҡурайҙы һайлаған Рушанға киләсәктә сәләмәтлек, һаулыҡ һәм ижади үрҙәр теләйбеҙ!

