Канал2025 - МАОУ "Гимназия №3 имени Джалиля Киекбаева", г. Стерлитамак.
Образование · 17 июня 2026 г.
Кәкүк сәйе — халҡыбыҙҙың иң матур, боронғо йолаларының береһе. Ул тәбиғәтте, яҙҙы данла... — 17 июня 2026 г. в 11:15:07.346
Кәкүк сәйе — халҡыбыҙҙың иң матур, боронғо йолаларының береһе. Ул тәбиғәтте, яҙҙы данлай, йылдың уңышлы килеүен теләп, бер-береңә изге теләктәр еткереүҙе аңлата. Бөгөн лагерҙа ҡунаҡта ағинәйҙәр. Балалар иғтибарына "Кәкүк сәйе" йолаһын әҙерләгәндәр. Балалар бик әүҙем ҡатнаштылар:уйнанылар, йырланылар, бейенеләр, йомактар систеләр. Әлбиттә, сәй эсеү - йыйындың мөһим өлөшө. Һәр кем тәмлекәстәрҙән ауыҙ итте. Уларҙың бер өлөшөн кәкүккә лә ҡалдырырға онотманылар. Балаларға бик ныҡ оҡшаны. Ошо байрамда ихлас күңелдән ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ! Илебеҙ һәр саҡ имен, үҙебеҙ һау сәләмәт булайыҡ!

