Перейти к содержимому
Максиметер

Бөгөн республиканың бөтә мәктәптәрендә лә Белем көнөнә бағышланған байрам саралары үтә....

Бөгөн республиканың бөтә мәктәптәрендә лә Белем көнөнә бағышланған байрам саралары үтә. Беҙ Ғафури районында Нияз Мәжитов исемендәге Красоусол башҡорт гимназия-интернатында үткән тантаналы линейкала ҡатнаштыҡ.   Быйылғы уҡыу йылын гимназия ишектәрен 523 уҡыусы асҡан. 69 уҡытыусы балаларға белем бирә. Гимназияны тамамлаусыларҙың 96 проценты юғары уҡыу йорттары студенттары булып китә. Һөнәрҙәр географияһы һәм һайлау бик киң. Гимназистар Мәскәү, Санкт-Петербург, Краснодар, Һамар, Ҡазан, Екатеринбург, Ырымбур ,Сызрань ,Өфө, Стәрлетамаҡ юғары уҡыу йорттарында уҡыуын дауам итә.   Бөйөк ғалимдың исемен йөрөткән гимназияла батыр яҡташтарының иҫтәлектәрен дә хөрмәт менән һаҡлайҙар. Герой парталары асылған, Ҡаһарманлыҡ дәрестәре үтә. Илебеҙгә төрлө һынауҙар янаған ваҡытта – уҡытыусының эше ҙур батырлыҡ. Төп бурыс – ысын илһөйәрҙар тәрбиәләү.   Аҡ юл һеҙгә, уҡытыусылар, уҡыусылар, ата-әсәләр! Уңышлы уҡыу йылы!

227 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

503 подписчиков · Политика

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Ещё по теме «Политика»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.