Кескәйҙәрҙе халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы булған "Урал батыр эпосы" менән таныштырыуҙы дауа... — 5 июня 2026 г. в 04:41:25.105
Кескәйҙәрҙе халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы булған "Урал батыр эпосы" менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Бөгөн балалар тәрбиәсе апайҙары тарафынан әҙерләнгән өҫтәл уйындарын уйнап кинәнделәр. Пазлдар йыйҙылар, һәр эпос геройының исемен иҫкә төшөрҙөләр, ыңғай һәм кире образдар тураһында, яҡшылыҡ менән яманлыҡ, изгелек менән яуызлыҡ төшөнсәләре тураһында әңгәмәләштеләр. 51-се башҡорт балалар баҡсаһы #ДеньэпосаУралбатыр2026 #Уралбатырэпосыкөнө2026

