Халыҡ-ара диктант республика өсөн ябай ғына акция түгел. Ул халҡыбыҙҙы берләштереүсе, ү... — 17 апреля 2026 г. в 10:42:25.565
Халыҡ-ара диктант республика өсөн ябай ғына акция түгел. Ул халҡыбыҙҙы берләштереүсе, үҙаңыбыҙҙы уятыусы шәп сара. Туған тел аша беҙ асылыбыҙҙы аңлайбыҙ, халҡыбыҙҙың рухи байлығын һаҡлайбыҙ, киләсәк быуынға еткерәбеҙ. Сараның төп əһəмиəте тип был көндө милләттәштәребеҙ берләшә. Йылдан-йыл был сарала ҡатнашыусыларҙың күбәйеүе ҡыуаныслы күренеш. Тәүге йылдарҙа күберәк уҡыусылар, студенттар яҙһа , аҙаҡҡы йылдарҙа балалар менән бер рәттән атай-әсәйҙəр, хатта олатай-өлəсəйҙəр ҙә диктант яҙа. Хатта кескәй балалар ҙа ҡатнаша.Ошо көндө түҙемһеҙлек менән көтөп алыуҙары, уны ябай акция итеп түгел, ə оло байрам итеп ҡабул итеүҙәре бик күпте һөйләй. Беҙҙең 51-се башҡорт балалар баҡсаһы, хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ ата-әсәләр йыл да диктант яҙыуҙа әүҙем ҡатнаша. Икенсе йыл рәттән "М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университеты"ның көтөп алған ҡунаҡтары. Быйыл иһә бер-нисә тәрбиәләнеүсе лә матур сараның биҙәге булды. Кескәйҙәрҙең күңелендә матур иҫтәлек һәм ғорурлыҡ булып һаҡланыр. Телебеҙҙең киләсәге улар ҡулында. Халыҡ-ара диктантта ҡатнашыу, берҙәмләшеүҙән тыш, телгә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятыу, уны модалы итеүҙең бер сараһы.

