Беҙҙең өйҙәге һандыҡтың — 17 апреля 2026 г. в 13:14:07.930
Беҙҙең өйҙәге һандыҡтың Өҫтө ҡорама юрған, Өләсәйем һандығы ул, Эсе сер менән тулған. Бер көн өләсәйем әйтә: - Килсе яныма, балам, Милли кейем менән һине Бер кейендереп алам. - Бына был ҡашмау була, - ти, - Мәрйенле баш кейеме. Ҡәйнә ҡаршылай йортонда Ҡашмау кейгән киленде. Ә быныһы саф көмөштән, Сылт-сылт итеп сылтырар, Исеме – фирүзә ташлы Көйәнтәле сулпылар. Былары бына – һарауыс, Ҡолаҡҡа – көмөш һырға, Ынйы-мәрйенле маңлайса Ҡушылып сыңлай йырға. Аҡыҡ ташлы ҡаптырмалар, Көмөш тәңкә – әмәйҙек, Һәр бармаҡҡа ҡашлы йөҙөк, Беләктә – ҡуш беләҙек. Һоҡлана бит өләсәйем: - Матур биҙәнде ҡыҙым, Балҡып тора, көлөп тора Ейәнсәрем, йондоҙом! Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина. "Йәйғор" төркөмө тәрбиәләнеүселәре бөгөн мәҙәниәт йортона күргәҙмә - фотозонаға барып, милли кейемдәр менән таныштылар, фотосессия ла ойошторҙолар. Шулай уҡ әүәләү дәресендә милли биҙәкле кәсәләр эшләнеләр. Афарин, балалар!

