Милли кейем – ул халҡымдың — 17 апреля 2026 г. в 13:56:39.061
Милли кейем – ул халҡымдың Сағылышы, йөҙө. Оҫта ҡулы, көс-ҡеүәте, Сәсәнлеге, һүҙе. Ҡыҙҙарының гүзәллеге, Ир-атының сәме. Ағинәйҙәр аҡылы ла, Аҡһаҡалдар ғәме. Милли кейем – ул халҡымдың Ҡабатланмаҫ йәме. Бал-ҡорото, сәксәгенең, Ҡымыҙының тәме. Меңдәр янында танытҡан Рух осошо, йәне. Һаҡла, халҡым, үҙ йөҙөңдө, Һис таплама, йәме! Милли кейем – ул халҡымдың Еҙ ҡурайҙар моңо. Уралтауы, Шүлгәнташы, Аҡ ҡылғандар сыңы. Һомайғоштоң ҡөҙрәте лә, Аҡбуҙаттың һыны. Быуаттарҙан ауаз һалған Ата-баба тыны. Киләсәккә бурысыбыҙ – Беҙ һаҡлайыҡ уны. Милли кейем – бөйөк биҙәк, Онотмайыҡ шуны! Айзилә Мортаева. Балаларҙа башҡорт милли кейемдәренә һәм биҙәүестәренә ҡыҙыҡһыныу тойғоһон уятыу, Башҡортостанда йәшәүсе күп милләтле халыҡтар, уларҙың кейем өлгөләре менән таныштырыу, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәренә хөрмәт тәрбиәләү, уларҙы өйрәнеү теләге тыуҙырыу маҡсатында «Ҡарлуғас» төркөмөндә Милли кейем көнөнә арналған дәрес үтте. Балалар төрлө халыҡтарҙың милли кейеме менән таныштылар һәм ҡағыҙҙан башҡорт халҡының милли баш кейеме түбәтәй эшләнеләр.

