Ҡар бабай. — 13 марта 2026 г. в 11:04:57.355
Ҡар бабай. Епшек ҡарҙы тәгәрәтеп Әүәләнем ҡар бабай, Уны яһау ҡыйын түгел, Уны яһау яп-ябай. Өс йоморсаҡ етеп ҡуйҙы Кәүҙә менән башына, Танау итеп кишер ҡуйҙым, Ҡара буяу – ҡашына. Ике күҙе – ике төймә, Тешһеҙ ауыҙ – сыбыҡтан, Аяғында иҫке галуш, Ә ҡулдары – ҡабыҡтан. (Г.Ситдиҡова)
15 реакций

