Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙҙе язның тәүге байрамы – 8 Март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө м... — 8 марта 2026 г. в 06:55:37.899
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙҙе язның тәүге байрамы – 8 Март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән тәбрик итәбеҙ. Ҡатын-ҡыҙ – ул тулы бер донъя, уның күңеленә мөхәббәт тә, гүзәллек тә, йомшаҡлыҡ та, иң көслө Әсә хистәре лә, ғаилә усағы йылыһы ла һыйған. Бөгөн ҡатын-ҡызҙарҙың күпселеге эш менән мәшғүл. Ул балалар ҙа үҫтерә, йортто ла ҡарай – уны яҡты һәм йылы итә, өҫтәүенә, карьера яһай һәм ошо мең төрлө мәшәҡәттәргә сумып ҡалмайса, үҙенең нәзәҡәтлелеген дә һаклай белә. Быларҙы бары тик ҡатын-ҡыҙ ғына булдыра ала. Һеҙҙең тормошоғоҙ яҡшылыҡ һәм яҡтылыҡ, мөхәббәт, яҡындарығыҙҙың күңел йылыһы һәм иғтибары менән тулып, йөҙҙәрегеҙ йылмайыуҙан яҡтырып, нурҙар сәсеп торһа ине! Ҡотло булһын байрамығыҙ!

