#ГодДошкольногоОбразования #ГДОБашкортостан — 10 мая 2026 г. в 07:26:59.066
#ГодДошкольногоОбразования #ГДОБашкортостан #ГДОБурзянскийрайон #ДеньПобеды #9Мая #НиктоНезабытНиЧтоНезабыто Еңеү!Ҡояш балҡый бер битеңдә Бер битеңдә моңһоу ай һаман, Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә , Бер күҙеңдән һаман йәш тама.(М.Кәрим) Һағышлы ла, ҡыуаныслы ла, йәмле лә яҙҙарҙа тыуған илебеҙгә еңеү бүләк иткән ҡаһарман яугирҙарыбыҙ яулаған именлекте айырыуса тетрәнеп ҡабул итәбеҙ. Был көндәрҙә, кескәй бүлә-бүләсәләрҙең йөрәктәре ғорурлыҡ, ихтирам, ололарҙы ололау, хөрмәтләү хисе менән тулыланды. Ошо хистәрҙең ҡәҙере йылдар дауамында тағы ла нығынып, киләсәктә илебеҙгә тыныс, имен тормош, аяҙ күк йөҙө, ғаиләләр ныҡлығы, сәләмәт рух, ҡот, ырыҫ алып килһен.

