📢📢📢8 июнь Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнә. — 8 июня 2026 г. в 10:23:47.326
📢📢📢8 июнь Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнә. 📜2025 йылда Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған был байрам башҡорт фольклорының иң билдәле, халыҡ хәтеренең ысын хазинаһының береһе "Урал батыр" эпосына арнала. 📜"Урал батыр" - ул тарих ҡына түгел, ә милли мираҫтың фундаменталь өлөшө, башҡорт халҡының идеалдарын, ҡиммәттәрен һәм рухын кәүҙәләндереү. Быуаттар буйына телдән тапшырылған ул ғәҙеллек, көс, изгелек һәм яҡты киләсәккә өмөт символы булып хеҙмәт итә. 📜Байрам фольклорҙы һаҡлауҙың әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алырға, милли үҙенсәлекте нығытырға һәм был бөйөк эпосты йәштәргә лә, өлкән быуынға ла яҡыныраҡ һәм аңлайышлыраҡ итергә тейеш. Был көн тарихыбыҙға ҡарата ҡыҙыҡһыныу, ғорурлыҡ һәм ихтирам байрамы. Байрам менән ҡотлайбыҙ! Әйҙәгеҙ бергәләп «Урал батыр» эпосын бергәләп уҡыйыҡ тарихыбыҙҙы һәм үҙенсәлекле мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлайыҡ.

