"Бал ҡорттары" төркөмө ата-әсәләре түбәндәге маҡсаттарҙы күҙ уңында тотоп, балаларға м...
"Бал ҡорттары" төркөмө ата-әсәләре түбәндәге маҡсаттарҙы күҙ уңында тотоп, балаларға милли кейемдәр бүләк иткәндәр. Балалар милли рухта тәрбиәләнһен, кейем аша үҙ халҡының бай мираҫы менән танышһын, матурлыҡҡа һөйөү уятһын, тәрбиәүи сараларҙа ҡатнашһындар, төрлө байрамдарға, иртәлектәргә һәм конкурстарға йөрөй алһындар өсөн. Бындай башланғыстар балаларҙың үҙҙәренә ышанысын арттыра һәм сәхнәлә үҙен тоторға өйрәтә, милләтенә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо уята һәм быуындар бәйләнешен нығыта. Рәхмәт һеҙгә,ата-әсәләр!❤️