МАДОУ комбинированного вида детский сад "Сказка" г. Баймак
Лайфстайл · 28 сентября 2026 г.
Бөгөн беҙҙə ҡунаҡтар🤗
Бөгөн беҙҙə ҡунаҡтар🤗 Баймаҡ лицей-интернатының 70 йыллыҡ юбилейы уңайынан башланған «70 изге эш» акцияһы — был яҡшылыҡ, ҡайғыртыу һәм берҙәмлек байрамы. Бөгөн беҙҙең «Əкиəт» балалар баҡсаһына 8 класс уҡыусылары килде. Улар япраҡтарҙы таҙаларға ярҙам иттеләр, тирә-яҡты сафландырҙылар. Әммә уларҙың изгелеге бының менән генә сикләнмәне: лицей-интернат исеменән балаларға төрлө уйынсыҡтар, китаптар һәм журналдар бүләк иттеләр. Был — өлкәндәрҙең кескәйҙәргә ҡарата йылы мөнәсәбәте, киләсәк быуынды ҡайғыртыу. Һеҙгә, ҡәҙерле уҡыусылар, ҙур рәхмәт! Һеҙҙең изге ҡулдарығыҙ, саф күңелдәрегеҙ беҙҙең йөрәктәрҙе йылытты. Бындай эштәр — ысын миҫал, улар күберәк булһын! Әйҙәгеҙ, бергәләп изгелек эшләйек, бер-беребеҙгә ярҙам итәйек! #СказкаБаймак #Добрые_дела