5-7 октябрҙә Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән онлайн-олимпиада үтте. Лицейыбыҙ уҡыусылары, ...
5-7 октябрҙә Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән онлайн-олимпиада үтте. Лицейыбыҙ уҡыусылары, уҡытыусылары һәм ата-әсәләр ҙә был сарала әүҙем ҡатнашты, үҙҙәренең белемен һәм телгә һөйөүен күрһәтте. Был проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылды. Ойоштороусылар: — Автономиялы коммерцияға ҡарамаған Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы; — «МИРАҪ» йәштәр башланғыстарына ярҙам итеү фонды. Олимпиадала ҡатнашыусылар өсөн өс кимәлдә онлайн-тест һорауҙары әҙерләнгән ине: 🔹 Башланғыс кимәл — башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн; 🔹 Иркен аралашыусылар кимәле — башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн; 🔹 Башҡорт теленең диалекттары — башҡорт теленең диалекттары менән ҡыҙыҡһынған ҡатнашыусылар өсөн. Бындай саралар башҡорт телен һаҡлауға, үҫтереүгә һәм йәштәрҙең телгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыуға ҙур өлөш индерә. Ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт! Артабан да башҡорт телен өйрәнербеҙ, һаҡларбыҙ һәм үҫтерербеҙ! 💚 #БашҡортТеле #Олимпиада #МИРАҪ #Грант #Белем #ТелдеҺаҡлайбыҙ