Бөгөн беҙҙең лицейҙа Ҡурай байрамы уңайынан мауыҡтырғыс сара үтте
Бөгөн беҙҙең лицейҙа Ҡурай байрамы уңайынан мауыҡтырғыс сара үтте Бөгөн беҙҙең лицейҙа Башҡортостан Республикаһының Милли музейы менән берлектә Ҡурай көнөн байрам итеү һәм «Аҡыллы тәнәфес» грантын тормошҡа ашырыу сиктәрендә музыкаль-әҙәби композиция һәм ҡурай, ҡамыш ҡырлы ҡурай эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Уҡыусылар ҡурай эшләү серҙәре менән генә танышып ҡалманы, ә төрлө ҡурайҙарҙың моңон да тыңланы. Шулай уҡ лицеистар үҙҙәре ҡурайҙа уйнаны, ҡурайға арналған шиғырҙар һөйләне. Балалар ҡурайҙа башҡарылған көйҙәрҙең тарихы менән дә танышты. Был сара балаларҙа милли музыка ҡоралыбыҙға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятты һәм халҡыбыҙҙың рухи мираҫына һөйөү тәрбиәләне. Башҡортостан Республикаһының Милли музейының фәнни хеҙмәткәре Илдар Талғат улы Шәриповҡа йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы программа өсөн рәхмәт белдерәбеҙ! Конкурсродительскихиниуиатив#Умнаяперемена#Баширскийлицей48имНСМусина