октябрь кон 20-се Ф.Мостафина исемендәге башҡорт гимназияһында традицион музыка сәнғәте...
октябрь кон 20-се Ф.Мостафина исемендәге башҡорт гимназияһында традицион музыка сәнғәтен һаҡлауға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән «Тылсымлы ҡурай» исемле ҡурайсылар конкурсы үтте. Конкурста 5 инструменталь ансамблдән 40-тан ашыу башҡарыусы ҡатнашты. Ҡатнашыусылар бик күп булды.Улар араһында беҙҙең лицеистар ҙа бар ине. Р.Юлдашев, Ю.Ғәйнетдинов кеүек арҙаҡлы ҡурайсылар баһалаған мәртәбәле конкурста юғары башҡарыу оҫталығы өсөн иң юғары награда — Гран-при —2-се лицей уҡыусыһы Әмир Ахуновҡа тапшырылды. #Тылсымлыҡурай#Ҡурайкөнө#48-сеБашҡортЛицейы