«Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2026»✍ — 19 апреля 2026 г. в 03:09:57.002
«Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2026»✍ Йыл да «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» белем биреү акцияһында беҙҙең лицей-интернат әүҙем ҡатнаша. Был саранан быйыл да артта ҡалманыҡ. ✅ 17 апрелдә Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө менән берлектә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант байрамса сағыу итеп ойошторолдо. Милли кейемдәрҙә уҡытыусыларҙы сәләмләү, дәрестәрҙә төрлө халыҡтың милли кейеме турыһында һөйләү - күптән инде йолаға әйләнгән. Диктантты ла ҙур теләк менән яҙҙылар лицейсылар. 📚Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, инглиз теле, тарих, география уҡытыусылары бар кластарҙа ла диктант яҙҙырҙы. ✍️ Дәрестәрҙән һуң уҡытыусылар башҡорт теленән үҙҙәренең белемдәрен һынап ҡараны.

