💥Рухлы, илһөйәр, телһөйәр балаларҙы тағы ла йыйҙы 3-сө башҡорт лицей интернатына "Аҡ ... — 8 мая 2026 г. в 15:29:53.823
💥Рухлы, илһөйәр, телһөйәр балаларҙы тағы ла йыйҙы 3-сө башҡорт лицей интернатына "Аҡ тирмә"! 💥XII "Аҡ тирмә" ҡала ижади балалар фестиваленең Гала концерты уҙҙы лицейыбыҙҙа! Һайлап алыу турының иң сағыу сығыштары байрамыбыҙҙы биҙәне. Мәртәбәле баһалама ағзалары барлыҡ ҡатнашыусыларға ла грамоталар һәм татлы тәмлекәстәр тапшырҙы, матур теләктәрен еткерҙе. Әйткәндәй, фестивалдең бағымсылары - лицейҙың 2003 йылғы сығарылыш уҡыусылары👋👋👋 💥Халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныу уятҡан, туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған был фестивалдә ҡатнашыусы балаларға, уларҙы әҙерләүсе уҡытыусыларға, ышаныс һәм теләктәшлек белдереүсе ата-әсәләргә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Киләһе йылда ла һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ!!!

