Перейти к содержимому
Максиметер

Бөгөн «Белемтау» башҡорт этномәҙәни үҙәгендә Киров районының башҡорт теле уҡытыусылары ...

Бөгөн «Белемтау» башҡорт этномәҙәни үҙәгендә Киров районының башҡорт теле уҡытыусылары өсөн педагогик интенсив үтте. «“Таланттар ҡалаһы” ижад һәм үҫеш үҙәге” өҫтәмә белем биреү учреждениеһының директоры Зилиә Ғәлиәхмәт ҡыҙы Хузина ҡатнашыусыларға йылы сәләм һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итеп, туған телде һәм мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү мөһимлеген билдәләне. Өҫтәмә белем биреү педагогтары Әбделмәнова Әлфиә Вәкил ҡыҙы һәм Мосунов Дмитрий Виталий улы асыҡ дәрестәр күрһәттеләр. Практик ҡиммәтле мастер-кластарҙа Юлдашбаева Венера Арслан ҡыҙы этномәҙәни йүнәлештәге грант проекттары яҙыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе һәм башҡорт халыҡ уйындары менән таныштырҙы; Байрамғолов Нурғәле Сәхей улы халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау серҙәре менән уртаҡлашты; Камалетдинова Алина Хәҙис ҡыҙы «Хәрәкәт – ул тормош!» бейеү мастер-класында дәртләндереү атмосфераһын булдырҙы; Яхина Миңзәлә Ғәббәс ҡыҙы «Сәхнә теле» нескәлектәрен асты; Юлбирҙина Ләйсән Ишмырҙа ҡыҙы башҡорт теле дәрестәрен тағы ла мауыҡтырғыс иткән «Уйын технологиялары»н тәҡдим итте. Башҡортостан Республикаһы Матбуғат агентлығының электрон киң мәғлүмәт саралары секторы мөдире Иҫәнғолова Светлана Салауат ҡыҙының яһалма интеллект ҡулланыу буйынса инновацион мастер-класы барыһының да күңеленә хуш килде. Интенсив йомғаҡтар яһау, тере диалог һәм дөйөм фото төшөү менән тамамланды. Был көн тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы ғына түгел, ә башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау буйынса артабанғы эш өсөн илһам сығанағы ла булды. Бөтә ҡатнашыусыларға һәм ойоштороусыларға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! _______ В Башкирском этнокультурном центре «Белемтау» прошёл педагогический интенсив для учителей башкирского языка Кировского района. С приветственным словом выступила директор МАОУ ДО ЦРиТ «Город талантов» З.Г. Хузина, отметив важность сохранения родного языка и культуры. В рамках программы педагоги посетили открытые занятия Абдульменовой А.В. и Мосунова Д.В., а также приняли участие в мастер-классах. Юлдашбаева В.А. рассказала о грантовых проектах и башкирских играх, Байрамгулов Н.С. — о народных инструментах и песнях, Исянгулова С.С. заведующий сектором электронных СМИ Агентства печати РБ представила использование ИИ в работе с детьми. Камалетдинова А.Х. провела танцевальный мастер-класс, Яхина М.Г. раскрыла приёмы сценической речи, а Юлбирдина Л.И. поделилась игровыми технологиями. Интенсив завершился подведением итогов, живым диалогом и общей фотографией. День стал площадкой для обмена опытом и источником вдохновения для дальнейшей работы по популяризации башкирского языка и культуры. Благодарим всех участников и организаторов мероприятия!

83 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

339 подписчиков · Образование

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Ещё по теме «Образование»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.