✨Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле йырсы һәм йырҙар авторы Рәил Өмөтбаев «Өфө ... — 7 августа 2026 г. в 15:31:50.026
✨Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле йырсы һәм йырҙар авторы Рәил Өмөтбаев «Өфө ҡәлғәһе. Ер йөрәге» фестиваленә саҡыра. 📍8 август Локотки ауылы эргәһендә урнылашҡан Өфө ҡәлғәһе территорияһы интерактив этно-паркка әүереләсәк. Оҫталар йәрминкәһе эшләйәсәк, уникаль һөнәрселәрҙең эштәренән күргәҙмә-һатыу, туҡланыу нөктәләре, фотозоналар ойоштороласаҡ. 🎙️ Байрам ҡунаҡтары өсөн башҡорт һәм татар эстрадаһының популяр артистары ҡатнашлығында ҙур мәҙәни программа әҙерләнгән: Марат Шәйбәков, Азамат Ғафаров, Алмаз Һәм Айҙар Юнысовтар, Радмир Хәсәнов, Рөстәм Шакиров, Руслан Ғәббәсов, Арина Трофимова, Эль Шансино, башҡортостан республикаһы дәүләт академия симфоник оркестрының камера составы. 📀Концерт аҙағында асыҡ һауала билдәле диджейҙар DarMan Project Dj ХАН, DJ Бурзой, DJ S7 дәртле дискотека ойоштора. Фестивалдең хедлайнеры – Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиев. 🎉 «Өфө ҡәлғәһе. Ер йөрәге» фестивале быуындарҙы берләштергән мәҙәниәт, спорт һәм милли йолалар байрамы буласаҡ. Быйыл беҙ Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡының ғаилә ҡиммәттәренә һәм берҙәмлегенә баҫым яһаныҡ. Байрамға ғаиләләрегеҙ менән рәхим итегеҙ. 💚 Рәсәйҙең көсө – ныҡлы ғаиләләрҙә һәм беҙҙең дуҫлыҡта!

