🥳Артабан тамаша залына "Урал батыр" эпосы көндәре айҡанлы матур сараға йыйылыштыҡ. Бай... — 8 июня 2026 г. в 15:14:38.377
🥳Артабан тамаша залына "Урал батыр" эпосы көндәре айҡанлы матур сараға йыйылыштыҡ. Байрамда Совет районыны башҡорттары ҡоролтайының етәксеһе Ғәлимов Раушан Раян улы, ҡоролтай ағзаһы Әбдрәхимова Гөлсөм Заһир ҡыҙы, фольклорсы-ғалим Солтангәрәева Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы ҡатнашты. Был матур сараны Рамазанова Алиса Константиновнаның "Конфетти" студияһынан килгән Урал батыр, Һомай образдары асып ебәрҙеләр һәм күңелле флешмоб менән тамамлап ҡуйҙылар. Һәр отрядтан уҡыусылар "Урал батыр" эпосынан өҙөктәр ятланылар, 2-се отряд үҙҙәренең тәрбиәсеһе менән берлектә сәхнәләштереү тәҡдим итте. Уҡыусылар эпос буйынса викторина һорауҙарына яуап биреп, үҙҙәренең белемдәрен күрһәттеләр. Байрамда Розалия Әсфәндиәр ҡыҙының образға инеп эпостан өҙөк һөйләүе, балаларға биргән өгөт-нәсихәте барыһын да һоҡландырҙы. 🤩Сәйфуллина Азалина - гран при, Лоҡманова Йәсминә, Миһманов Асҡар 1-се урын, Әбдрәшитова Әминә, Ишназаров Әмирхан 2-се урын, Тухбатуллина Камилла, Ҡасҡынбаева Хаят 3-сө урын алдылар. 💐 Шулай уҡ Мөхәмәҙинә Мәрйәм, Әбүзәрова Зарина, Әбүзәрова Риана, Әминева Әминә, Сафин Динар, Мәмбәтова Сафия, Иманғолова Аделина гимназия, ҡоролтай грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. 🌺 Байрамды Билалова Әминә менән Әхмәтшин Батырхан матур итеп алып барҙылар. Байрам бергәләп иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.😍

