☀️1А һәм 1Б класс уҡыусылары уҡыу йылын бик күңелле тамамланылар. — 1 июня 2026 г. в 11:45:08.983
☀️1А һәм 1Б класс уҡыусылары уҡыу йылын бик күңелле тамамланылар. ☀️Улар Иван Яҡутов исемендәге ял итеү һәм күңел асыу паркында экскурсияла булдылар. Иң тәүҙә балалар тимер юл поезында йөрөнөләр. Башҡортостандың берҙән-бер тар колеялы, балалар өсөн тәғәйенләнгән тимер юлы. Бында шулай уҡ йәш тимер юлсыларын әҙерләйҙәр. Балалар уйын майҙансығында шау-гөр килеп төрлө уйындар уйнанылар. ☀️Экскурсияны тәмле пицца, бургер, татлы туңдырма ашап тамамланылар. Йәйге каникул хәүефһеҙ үтһен! #егерменселәр

