✨"Ҡурай" лагеры — 2 июня 2026 г. в 17:31:56.077
✨"Ҡурай" лагеры Йыл буйы Белем тауының яңы үрҙәрен яулау өсөн бик күп көстәрен сарыф иткән балалар йәйге каникулдарҙы түҙемһеҙләнеп көтәләр. Сөнки һәр йылдағыса, мәктәп янында эшләп килгән көндөҙгө «Ҡурай» лагеры ҡолас йәйеп уҡыусыларҙы ҡаршы ала. Быйыл да 28 майҙан Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала Башҡорт гимназияһы эргәһендә ойошторолған «Ҡурай» лагеры үҙенең эшен башланы. 💫Лагерҙа балалар отрядтарға бүленгән. “Тирмәкәй”, “Йәйғор”, “Батырҙар” һәм “Аҡбуҙат" отрядтарында балалар ял итәсәк. Лагерҙа балаларҙың ялын файҙалы һәм ҡыҙыҡлы итеп үткәреү өсөн тәрбиәселәр бар көстәрен һалып эшләйҙәр. Тулы эстәлекле, бай программаға ярашлы балаларҙың бер буш минуттары ла юҡ. 🎉 "Ҡурай» лагерын тантаналы асыу сараһы үтте. Тәбрикләү һүҙе менән лагерь начальнигы Мөхәмәтйәнова Гөлназ Әнүәр ҡыҙы сығыш яһап, лагерҙы асыҡ, тип иғлан ите. Лагерь Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын тыңлап, дәүләт символы – флагтарҙы күтәреп тантаналы асылды. Тантана милли байрам "Һабантуй" менән дауам итте. Башҡорт халыҡ ижады үҙәгенең фольклор төркөмө балаларҙы башҡорт халҡының төрлө милли уйындары менән таныштырып, күңелле ярыштар ойошторҙолар: көйәнтәләп һыу ҙа ташынылар, ағас ҡалаҡтарға йомортҡа һалып та ярыштылар, уҡ аттылар, сүлмәк ватыу уйындары, "ат" сабышы, арҡан тартыш һәм башҡалар. Һәләтле гимназистар йырлап- бейеп, шиғыр һөйләп тә ярыштылар. Йомғаҡ яһап, һәр береһе тәмле приздар алғандан һуң, иҫтәлекле фотоға төштөләр. Балаларға күңелле ялдар, йылы осрашыуҙар, яңы дуҫтар теләйбеҙ! #егерменселәр #ҡурайлагеры #пришкольныйлагерь2026

