Беҙҙең лагерҙа шатлыҡ менән тулы көн булды!🥳🌈 — 18 июня 2026 г. в 06:06:27.092
Беҙҙең лагерҙа шатлыҡ менән тулы көн булды!🥳🌈 🤩Иртәнсәк балалар яңы көндө энергия менән ҡаршылау өсөн гимназия майҙанында йыйылды. Улар бергәләп күңелле музыка тыңлап иртәнге зарядканы башҡарҙы. 💐21 көн һиҙелмәй ҙә үтеп тә китте. Беҙҙең лагерь сменаһының хушлашыу ваҡыты ла етте.🥺 Тамаша залында «Ҡурай» лагеры менән хушлашыу тантанаһы үтте. Тантана Рәсәй Федарацияһы һәм Башҡртостан Республикаһының гимндары аҫтында дәүләт флагтарын төшөрөү менән башланып китте. Гимназиябыҙ директоры Сулпан Мәүләүи ҡыҙы балаларҙы ҡотлап үткәндән һуң, һәр отряд сығыш яһаны, улар үҙҙәренең хушлашыу стенгазеталары менән таныштырҙы, унан музыкаль номерҙары менән сәләмләне. Концерт номерҙары үҙенең төрлөлөгө һәм талантлы балаларҙың сағыулығы менән бөтәһен дә таң ҡалдырҙы.🎉😇 "Ҡурай" лагеры етәксеһе Гөлназ Әнүәр ҡыҙына, 1 отряд – “Тирмәкәй” етәкселәре Гөлфиә Сәғәҙей ҡыҙы менән Рәйфә Ишбулды ҡыҙына, 2 отряд – “Йәйғор” тәрбиәселәре Гөлдәриә Хайбрахман ҡыҙы менән Юлиә Радмил ҡыҙына, 3 отряд – “Батырҙар” етәкселәре Илһөйәр Марат ҡыҙына һәм Наҙгөл Рөстәм ҡыҙына, 4 отряд - Йондоҙҙар тәрбиәселәре Марина Марат ҡыҙы һәм Айгөл Абдулнафиҡ ҡыҙына оло рәхмәттәр еткерәбеҙ!🙏🏻 Иртәнге аштан һуң лагерь тәрбиәләнеүселәр өсөн күптән көтөлгән күбекле дискотека башланды. Байрамдың ҡабатланмаҫ атмосфераһы балаларҙа ҙур һоҡланыу тыуҙырҙы. Улар һәр береһе приз, тәмлекәстәр алып, ҡәнәғәт ҡыуанышып таралыштылар.😍 Ҡәҙерле тәрбиәселәребеҙ!❤️ Беҙ һеҙгә иҫ киткес лагерҙа үткәргән онотолмаҫ ваҡыт өсөн, һеҙҙең йылылығығыҙ, хәстәрлегегеҙ һәм иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ! Һеҙ балаларҙың ялын онотолмаҫлыҡ иттегеҙ, уны шатлыҡ, йылмайыу һәм яңы тәьҫораттар менән тултырҙығыҙ. Был көндө улар оҙаҡ ваҡыт үҙҙәренең тормошондағы иң сағыу һәм сихри көндәрҙең береһе булараҡ хәтерләйәсәк. Ҡәҙерле балалар, һеҙгә матур, файҙалы, имен ялдар! Яңынан көс, дәрт туплап яңы уҡыу йылына ктлеүегеҙҙе көтөп ҡалабыҙ! Һау бул "Ҡурай" лагеры-2026!🥳

