Беҙҙекеләр һынатмай🔥💯 — 10 июля 2026 г. в 07:50:01.995
Беҙҙекеләр һынатмай🔥💯 ✅2020 йылда гимназияны алтын миҙалға тамамлаусы Аминев Руслан, ошо арала Өфө нефть техник университетының технология факультетын тамамланы👍Инженер, химик һөнәренә эйә булды. Магистратураны ҡыҙыл диплом 🔥менән тамамлап, бөгөнгө көндә РН- Самаранефтехимдың Өфө филиалында 👏инженер- проектировщик булып эшләп йөрөй. ✅Май айында Роснефттың йаш белгестәр ғилми конференцияһында 3 урын яуланы. ✅Уның был һөнәргә килеүе, химияны яратыуынан - уҡытыусыһы Зөлфиә Ташбулат ҡыҙы. Ә тырышлығы башланғыс кластан - Динара Рәжәп ҡыҙы нигеҙ һалыусы. ✅Эшенә яуаплы ҡараған уҡытыусыларыбыҙ, тырыш, аҡыллы уҡыусыларыбыҙ булғанда - киләсәгебеҙ өмөтлө✊💯 #егерменселәр

