Бөгөн,Башҡортостан Республика Милли әҙәбиәт музейы филиалы Мажит Ғафуриҙың мемориал йо... — 4 сентября 2026 г. в 17:03:26.101
Бөгөн,Башҡортостан Республика Милли әҙәбиәт музейы филиалы Мажит Ғафуриҙың мемориал йорт - музейында, Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, сатира һәм юмор оҫтаһы, талантлы яҙыусы, Нажиә Игеҙйәнованың юбилейы 80 йәше тулыу айҡанлы “Йәшәп ҡалырға кәрәк” тип аталған күргәҙмә асылды. Юбилей сараһын асыуҙа беҙҙең гимназияның 3б класы уҡыусылары (класс етәксеһе Казыханова З.И) ҡатнашты. Уҡыусылар данлыҡлы яҙыусылар, гәзит-журнал мөхәррирҙәре менән яҡындан танышты. Н.Игеҙйәноваға арналған презентация, китаптары, экспонаттары уҡыусылар күңеленә хуш килде.

