Республика көнөнә арнап!
Республика көнөнә арнап! 🔥Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһының 10 А синыфы уҡыусыһы Сөләймән Буранҡаев вайбкодинг менән шөғөлләнә, төрлө проекттар эшләй. Вайбкодингка тиклем Сөләймән үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡараған. Бөтә Рәсәй "Профессионалы" чемпионаттар хәрәкәтенең "Полиграфия" йүнәлешенең Рәсәй буйынса бронза призеры, Халыҡ-ара йәш уйлап табыусылар һәм робототехника олимпиадаларында 1-2 урындар, ағас менән һырлап биҙәү һәм ағасты ырып скульптуралар эшләү буйынса Башҡортостан һәм Рәсәй ярыштары еңеүсеһе ул. Сөләймәндең яңы мауығыуы — яһалма интеллект ярҙамында, "клауд" һәм башҡа программаларға таянып башҡорт мәҙәниәтен танытҡан проекттар эшләү. Isemlek.ru проектын ул Башҡортостан Республикаһы көнөнә арнаған. - Проектты тәҡдим иттем, ул йәштәрҙе башҡорт исемдәре менән таныштыра, әле уны камииллаштыраһым да бар әле, -ти Сөләймән Буранҡаев. Уңыштар юлдаш булһын!👍✊👏 #егерменселәр