Быйылғы йылда ла XIII төбәк-ара "Мостай уҡыуҙары" конкурсы дәррәү үтте.
Быйылғы йылда ла XIII төбәк-ара "Мостай уҡыуҙары" конкурсы дәррәү үтте. «Беҙҙең өйҙөң йәме – Радость нашего дома» номинацияһында — Мостай Кәримдең тормошона һәм ижадына арналған офлайн квиз-уйынында беҙҙең уҡыусылар призлы урын яуланылар. Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһына Башҡортостандың төрлө райондарынан килгән уҡыусылар 10 команда эсендә бәйге тоттолар. Квиз биш турҙан булды. Беренсе раундта командалар үҙҙәре һәм уҡыу йорттары тураһында һөйләне. Биш раундтан торған икенсе турҙа ҡатнашыусылар Мостай Кәримдең тормошо һәм ижады, уның әҫәрҙәре һәм экранизациялары тураһында белемдәрен тикшерҙеләр.