🌺Гөлнара Салауат ҡыҙы Хажиеваны тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ! 💐
🌺Гөлнара Салауат ҡыҙы Хажиеваны тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ! 💐 Уҡытыусы һөнәре элек-электән маҡтауға лайыҡ. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы-белем биреүсе генә түгел, ә иң тәүҙә тормошто һәм кешеләрҙе яратырға өйрәтеүсе, балаларҙың күңеленә изгелек орлоҡтары сәсеүсе тәрбиәсе лә. Тик ысын уҡытыусы ғына баланың артабан һәләтен үҫтерә, тормошта үҙ юлын табырға өйрәтә ала. 🌹Уҡытыусы һөнәренә тоғролоҡ, туған телгә сикһеҙ һөйөү, киң күңеллелек, ихласлыҡ һәм бигерәк тә балаларҙы яратыу – быларҙың барыһы ла Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының башланғыс класс уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының "Иң яҡшы уҡытыусыһы" конкурсы еңеүсеһе, Хажиева Гөлнара Салауат ҡыҙына хас. Нурлы йөҙө, яғымлы тауышы менән бар уҡыусыларҙың да күңелен иретер көскә эйә педагог ул. Хөрмәтле коллегабыҙ, Гөлнара Салауат ҡыҙын тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ❗️ 💐Һәр саҡ шулай үҙ һөнәрен яҡшы белгән хеҙмәт өлгөһө, гимназиябыҙҙың абруйын күтәргән, ата-әсәйҙәрҙең ҙур ихтирамын яулаған, уҡыусыларыбыҙҙың яратҡан уҡытыусыһы булып оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Киләсәктә иҫәнлек-һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар һеҙгә юлдаш булһын!🙏