Үткән аҙнала беҙҙең " Йәйғор " балалар баҡсаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ... — 2 марта 2026 г. в 11:19:20.559
Үткән аҙнала беҙҙең " Йәйғор " балалар баҡсаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Наил Тәлғәт улы Юнысов ҡунаҡта булды. Үҙенең тәъҫораттары, тәҡдимдәре менән уртаҡлашыу маҡсатында балалар баҡсаһы мөдире Айгөл Радмир ҡыҙы йылы ҡаршы алып , сәләмләп йәнле аралашыуға саҡырҙы. Балалар баҡсаһы бөгөнгө көндә нисек эшләп килеүе, бар уңайлыҡтар булдырылған йылы , яҡлы бүлмәләр, яуаплы хеҙмәткәрҙәр, тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтте. Төп маҡсат итеп һәр бер баланы шәхес итеп үҫтереүҙә мәктәпкәсә йәштәге осор әһәмиәтле роль уйнауын, балаларға туған тел мөхитендә үҫеү мөмкинлеген иң тәүҙә ата-әсәләр һәм балалар баҡсалары хәстәрләргә тейешлеген, туған тел аша, милли рух тәрбиәләнә икәнлегенә баҫым яһаны. Артабан балалар баҡсаһына бер аҙ байҡау яһап, кескәйҙәребеҙ менән аралашып ,иҫтәлеккә бергәләп фотоға төшөп, ҡунаҡтарыбыҙға тәмле сәйҙәр эсереп хушлаштыҡ.

