Беҙҙең "Йәйғор" балалар баҡсаһында, бына күп йылдар инде , оператор булып эшенә яуапл... — 13 февраля 2026 г. в 10:51:27.352
Беҙҙең "Йәйғор" балалар баҡсаһында, бына күп йылдар инде , оператор булып эшенә яуаплы ҡараған тырыш , тәртипле Рәмил Рауил улы эшләй. 1962 йылда доньяға килә ул, уның бала сағы Йылайыр районы Бикйән ауылында үтә. Ә инде урта белем биреү мәктәбен, 1979 йылда, Матрай ауылында тамамлай. Йәш, дәртле егет , мәктәпте тамамлағас, «Башҡорт» совхозында тракторсы булып эшләп тә өлгөрә. Шул уҡ йылда Юлдыбай ауыл хужалығы училищеһына уҡырға барып тракторсы-водитель һөнәренә эйә була.1980 йылдың көҙөндә совет армияһы сафына алына. Төркмәностан республикаһында ярты йыл әҙерлек күнегеүҙәрен үткәндән һуң, инженер ғәскәрҙәрендә сапер булып хеҙмәт итә. 1981 йылдың яҙ миҙгелендә , оборона министрлығы приказы буйынса,Афғанстан демократик республикаһына хәрби хеҙмәткә ебәрелә. Ҡыйыу яугир унда ла һынатмай, тыуған ил алдында биргән антына тоғро ҡалып, ғүмерен аямай бурысын намыҫ менән үтәп сыға. 1982 йылда тыуған иленә ҡайта. Батырлығы өсөн, ветеран Рәмил Рауил улы, миҙал һәм грамоталар менән бүләкләнә. Бөгөнгө көндә өлгөлө ғаилә башлығы ,өс ул үҫтереп, матур донья көтә.

